Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда игендән 3 миллион тоннаға яҡын уңыш көтөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Быйыл Башҡортостан аграрийҙары алдында 1,7 миллион гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алыу бурысы тора (уҙған йылға ҡарағанда 5% аҙыраҡ), уларҙың яҡынса 252 мең гектары — ужым, шулай уҡ 48 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө һәм 396 мең гектар май культуралары. Бөгөнгә яҙғы культураларҙың торошо, ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән Урал аръяғы райондарынан тыш, күбеһенсә һәйбәт. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов һөйләне.

«Быйыл беҙ игендән 3 миллион тоннаға яҡын уңыш көтәбеҙ, 1,3 миллион тонна көнбағыш, 850 мең тонна картуф, 320 мең тонна йәшелсә, 50-60 мең тонна рапс һәм гәрсис йыйып алырға ниәтләйбеҙ. Бөгөнгә майҙандарҙың 33% ужым һуғылған, 183,5 мең тонна иген һуғып алынған, гектарынан уртаса уңыш — 22,1 центнер. Яҙғы культуралар буйынса уңыш бер гектарҙан 18,8 центнер тәшкил итә», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Уңдырышлылыҡ буйынса Саҡмағош районы алда бара, урындағы игенселәр гектарынан 37 центнер бөртөклө ашлыҡ йыя.

Көндәрҙең ямғырлы тороуы һәм яҙғы культураларҙың бер тигеҙ өлгөрмәүе сәбәпле, республика аграрийҙары әлегә максималь етештереү күләменә сыға алмай. Ошондай шарттарҙа ҡыҫҡа ваҡытта йыйып алыу өсөн өҫтәмә комбайндар кәрәк.

Республиканың ауыл хужалығы ойошмаларында 3634 иген йыйыу комбайны иҫәпләнә. Һуңғы йылда республика аграрийҙары дөйөм суммаһы 13,1 миллиард һумға 1294 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Техника һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан субсидияларҙың дөйөм күләме 636 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл урып-йыйыу эштәрендә 100 яңы иген йыйыу һәм 40 камиллаштырылған комбайн ҡатнаша. Уңышты урынлаштырыу өсөн 2,5 миллион тоннаға — 37 элеватор ҡеүәте, 2 миллион тоннаға иген һаҡлағыстар һәм ауыл хужалығы предприятиелары бар.

«27-28 августа республика баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу башлана, ә 10 сентябрҙә шәкәр заводтары эшкә тотона. Шаршамбынан ямғырҙар туҡтар тип көтәбеҙ, әгәр көндәр аяҙ торһа, 10-15 көндән уңыш йыйыу темптары буйынса былтырғы кимәлгә сығырбыҙ», — тине вице-премьер вазифаһын башҡарыусы.

http://www.bashinform.ru/news/1339556-v-bashkirii-urozhay-zernovykh-ozhidaetsya-na-urovne-3-millionov-tonn/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть