Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров яңы экология министрына «ҡара ҡаҙыусылар» менән әүҙем шөғөлләнергә ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яңы етәксеһе алдында торған тәү сираттағы бурыстарҙы билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Мирхәйҙәр Фәтҡуллиндың отставкаһынан һуң тәбиғәтте һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы вазифаһына Арбитраж судының элекке судьяһы Урал Искәндәров тәғәйенләнде.

«Республиканың һәм унда йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауҙа һеҙҙең министрлыҡтың әүҙемерәк булыуын теләр инем», — тип мөрәжәғәт итте уға  Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул министрлыҡтан, атап әйткәндә, тәбиғи ташты рөхсәтһеҙ сығарыу осраҡтарын бөтөрөү йәһәтенән ныҡлап эшләүен көтә. Ул 8 августа Башҡортостандың Белорет районында лицензияһыҙ ҡатламлы таш сығарыу менән шөғөлләнгән Силәбе фирмаһы эшселәрен тотоуҙы миҫалға килтерҙе. Предприятие директоры элек урман ҡырҡҡан өсөн хөкөмгә тарттырылған булған.

«Улар оятһыҙ рәүештә һәм ышаныслы эшләй. Эҙләүгә лицензия алып, шунда уҡ ауыр техника, һаҡсылар, төрлө коммуникация саралары һәм, әйтеүе лә ҡурҡыныс, урындағы чиновниктар һәм көс структуралары араһындағы бәйләнештәр менән эшкә тотона, —  тип яҙғайны Радий Хәбиров бынан алда соцаль селтәрҙә. — Уларҙың үҙҙәренең танау аҫтында ошондай масштабты «күрмәүенә» ышанмайым. Бизнестың әйләнеше бик ҙур».

«Был — һеҙҙең ведомствоның эшләп еткермәүе, — тип билдәләне бөгөн республика етәксеһе. — Минеңсә, быға Хөкүмәтте йәлеп итмәҫкә лә мөмкин ине. Әгәр урында башлыҡ, министрлыҡтың территориаль бүлексәһе бер юлы шөғөлләнһә, бындай хәл булмаҫ ине. Минең ошо ташҡа ҡанығыуым үҙмаҡсат түгел, маҡсатым — министрлыҡтан башланған эште тамамлауҙы талап итеү. Был ташҡа, урман ҡырҡыуға һәм башҡаларға ҡағыла. Атҡараһы эштәр байтаҡ. Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым».

http://www.bashinform.ru/news/1339522-radiy-khabirov-poruchil-novomu-ministru-ekologii-rb-aktivno-zanyatsya-chernymi-kopatelyami/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть