Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.12 ↑

EUR 70.60 ↑

18 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Михаил Чванов мәҙәниәт һәм әҙәбиәт үҫешенә өлөш индергән өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә күренекле Рәсәй яҙыусыһы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Аксаков фонды етәксеһе Михаил Чванов үҙенең 75 йәшен билдәләне. Кисә үк Республика йортонда уҙған осрашыуҙа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙыусыны юбилейы менән ҡотланы.

Осрашыуҙа Радий Хәбиров мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм әҙәбиәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өсөн Михаил Чвановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте.

«Радий Фәрит улы уҙенең үтә көсөргәнешле эш графигында минең менән осрашыу өсөн ваҡыт тапҡаны ҡыуаныслы. Минең өсөн был бик ғәжәп, – тип һөйләне Михаил Чванов. – Беҙ хәҙерге заман мәсьәләләре тураһында һөйләштек, сөнки Аксаков фонды эшмәкәрлеге беҙҙең дөйөм эш юлына инә. Мәҫәлән, Өфөлә яҡташыбыҙ, диңгеҙҙә йөҙөүсе Валериан Альбанов хөрмәтенә музей ойоштороу идеяһын Аксаков урамында иҫтәлекле сквер менән тулыландырырға тәҡдим ителде. Шулай уҡ 2020 йылда яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы — Өфөнөң беренсе губернаторы Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыллыҡты билдәләү буйынса пландар хаҡында һөйләштек. Радий Фәрит улы фондтың Граждандар һуғышында юғалған Алла Анаһы Табын иконаһын эҙләү проектын хупланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, уртаҡ пландар күп. Эшләйәсәкбеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1334078-mikhail-chvanov-nagrazhden-ordenom-salavata-yulaeva-za-vklad-v-razvitie-kultury-i-literatury/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть