Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфө рапирасылары фехтование буйынса донъя чемпиондары булды

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө рапирасылары Анастасия Иванова һәм Ангелина Зәғиҙуллина Рәсәй йыйылмаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында фехтование буйынса донъя чемпионары булды. Өфө ҡыҙҙары менән бер пьедесталға Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова күтәрелде.

Рәсәйҙәр беренсе урынға юлды Көньяҡ Корея спортсылары менән алыштан башланы (33:25). Ярым финалда беҙҙең ҡыҙҙар американыҡыларҙан көслөрәк булып сыҡты (45:36). Финалда итальяндар менән көрәш тигеҙ алышта үтте.

«Осрашыу аҙағына бер нисә секунд алдан ярышташтарыбыҙ алда булды – 42:41. Әммә арбитрҙар Ди Франчискегә штраф билдәләне, шунда алтын миҙал яҙмышы өҫтөнлөктә хәл ителде. Дериглазоваға еңеү атакаһы өсөн ни бары һигеҙ секунд етте – 43:42», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәк Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1333340-rapiristki-iz-ufy-stali-chempionkami-mira-po-fekhtovaniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть