Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың сәнғәт мәктәптәре музыка ҡоралдары һатып алыуға 11 миллион һумдан ашыу аҡса ала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға республика ҡаҙнаһынан 11 миллион 250 мең һум күләмендә субсидия бүленгән. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Субсидия алыусылар араһында – Әлшәй, Архангел, Балтас, Борай, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Хәйбулла райондары, Ағиҙел, Нефтекама, Сибай ҡалалары, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

2013 йылдан төбәктә был маҡсатҡа республика бюджетынан йыл һайын 12 миллион һумлап бүленә. Сәнғәт мәктәптәрен йыһазландырыу исемлегенә шулай уҡ һынлы һәм ҡулланма сәнғәт өсөн ҡорамалдар, мәҫәлән, мольберттар һәм керамиканы яндырыу өсөн мейестәр инә. Финанслау махсуслаштырылған учреждениеларҙың нужалары өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алырға һәм белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә быйыл 63 сәнғәт мәктәбе  федераль бюджеттан бүленгән 22 миллион һумға илебеҙҙә етештерелгән «Николай Рубинштейн» маркалы пианино алған.

Башҡортостанда бөтәһе 117 балалар сәнғәт мәктәбе. 2020, 2022 һәм 2024 йылдарҙа Башҡортостан йыл һайын милли проект сиктәрендә сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһаландырыуға 76 миллион һум аласаҡ (бөтәһе 230,46 миллион һум). Был Рәсәй төбәктәренә бүленгән иң ҙур федераль субсидияларҙың береһе.

http://www.bashinform.ru/news/1333287-bolee-11-mln-rubley-poluchat-shkoly-iskusstv-bashkirii-na-pokupku-muzykalnykh-instrumentov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть