Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

РФ Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығы һыраны алкоголь тип һанамаҫҡа тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Федерацияһының Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығы һыраны һәм һыра продукцияһын алкоголле продукция төшөнсәһенән алырға тәҡдим итте. Был йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә лә ҡағыла. Проект ведомство төҙөгән 2019-2025 йылға сауҙа үҫтереү стратегияһында урын алған тип хәбәр итә РБК.

Әле Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығы стратегияны ҡыҙыҡһынған ведомстволарға ебәрергә планлаштыра.  

Һыраны закон яғынан алкоголгә 2011 йылда тиңләште. 2012 йылдың июленән иһә спирт күләме 0,5%-тан артҡан эсемлектәр (кефир һәм кеүәҫтән тыш) алкоголь тип атала башланы. 2013 йылдың ғинуарында ларектарҙа һыра һатыуға сикләүҙәр үҙ көсөнә инде.  

2016 йылдың июлендә РФ Дәүләт Думаһы 1,5 литрҙан артҡан пластмасса шешәләрҙә һыра етештереү һәм һатыуҙы тыйыу буйынса закондарға өҫтәмә индерҙе. Ул 2017 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә инде, 1 июлдән ҙур шешәләрҙә һыра һатылмай башланы. Экспортҡа оҙатылған продукцияға ғына ташлама яһалды.

  

Әйтергә кәрәк, «Известия» хәбәр итеүенсә, Сәғәғәт һәм сауҙа министрлығының был инициативаһы буйынса Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Геннадий Онищенко үҙ фекерен белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, был идея дәүләт башлығы ҡуйған бурысҡа — халыҡтың һаулығын арттырыуға ҡаршы килә. «Ул алкоголь булмағас, тимәк һыраны мәктәп буфеттарында һатырға, балалар баҡсаларында компот урынына биреү кәрәк буласаҡмы?» — тип ҡыҙыҡһынған.

http://www.bashinform.ru/news/1332675-minpromtorg-predlozhil-ne-schitat-pivo-alkogolem/?utm_medium=right_p2&utm_content=right_p2_popular1_&utm_source=bashinform

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть