Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда мутлашҡан йорт төҙөүсенән зыян күреүселәрҙе асыҡлайҙар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Йорттар Өфөнөң Ленин биҫтәһендә Әхмәтов, Шмидт урамдары буйынан Әхмәтов урамының 302-284-се йорттары янындағы биләмәлә төҙөлөргә тейеш булған.  

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, шиккә алынған кеше Нефтекамала йәшәй. Баш ҡаланың Ленин биҫтәһендә торлаҡ төҙөүсе компанияның директоры булараҡ ул үҙенең туғаны менән енәйәт схемаһын тормошҡа ашырған. Ир төҙөлөшкә рөхсәтте дауам итмәгән һәм фирма исеменән күп граждандар менән күп ҡатлы йортто өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыуға килешеүҙәр яһаған. Бынан тыш, ул үҙенең фирмаһына ҡараған компанияны банкрот хәленә еткереүҙә ғәйепләнә.  

Республика хоҡуҡ һаҡлаусылары төҙөлөш фирмаһы директорын мутлашыуҙа, граждандарҙың аҡсаһын РФ закон ҡанундарынан тыш күп ҡатлы йортто өлөшләтә төҙөүгә йүнәлтеүҙә, күрәләтә банкротлыҡҡа еткереүҙә ғәйепләй.  

Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш тәфтиш идаралығы үрҙә телгә алынған биләмәлә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып зыян күреүселәрҙе мөрәжәғәт итергә саҡыра. Адресы: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 65/1, телефондары 8 (347) 279-29-39, 279-57-06.

    

http://www.bashinform.ru/news/1332853-v-bashkirii-ustanavlivayut-poterpevshikh-ot-deystviy-nedobrosovestnogo-zastroyshchika/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть