Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанға индустрия парктары булдырыуға 700 млн һум бирелеүе мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республиканан өс ғариза Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы конкурсында алдан һайлап алыуҙы үткән. Шуның менән республикаға индустрия парктары инфраструктураһы булдырыуға 700 млн һум бирелеүе мөмкин. Бының турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә яҙған.

  

  «Беҙ эҙмә-эҙлекле эшләгәндә барыһы ла килеп сыға. Республиканан өс ғариза РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы конкурсында алдан һайлап алыуҙы үткән һәм беҙ индустрия парктары инфраструктураһы булдырыуға 700 млн һум ала алабыҙ. Беҙ унда тәүгә ҡатнаштыҡ һәм ғаризалар һаны буйынса төбәктәр араһында икенсе урында торабыҙ. Маҡсатыбыҙ – һәр биләмәлә үҫеш нөктәләре булырға тейеш һәм индустрия парктары был ролдә бик ҡулайлы. Тап шундай коммуникациялар тупланған һәм эшкә мөмкинлек булған урындарға бизнес килә лә инде», — тип яҙған Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1332844-bashkiriya-mozhet-poluchit-700-mln-rubley-na-sozdanie-industrialnykh-parkov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть