Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Социаль селтәрҙәргә реакция буйынса алдынғы һәм артта ҡалған муниципалитеттар аталды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Айбулат Ишназаров/.

  

Селтәрҙә асыҡланған кеше проблемаларына реакция кимәле буйынса Башҡортостан муниципалитеттарының сираттағы рейтингы донъя күрҙе. Уның «йәшел» зонаһына тик ике муниципаль берләшмә — Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре ингән. «Ҡыҙыл» өлөштә —Фёдоровка районы хакимиәте.

Был рейтинг яуап биреү тиҙлегенән түгел, ә чиновниктарҙың граждандарҙың проблемаларына әүҙем яуабынан сығып төҙөлгән. Системала потенциаль инциденттар менән миллионға яҡын текст асыҡланған, уларҙың аныҡ әйтелгән 39 784-е эшкәртелгән.

Муниципалитеттарҙың күбеһе «һары» — сик буйы зонаһында урын алған. Улар 14-тән алып 25-кә тиклем балл йыйған:

  • Дәүләкән, Мәләүез райондары, Өфө ҡалаһы —25-шәр балл,
  • Кушнарен районы — 24-шәр балл,
  • Әлшәй, Туймазы райондары, Күмертау ҡалаһы — 23-шәр балл,
  • Әбйәлил, Белорет, Буздәк, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондары —22-шәр балл,
  • Архангель, Асҡын, Балтас, Благовар, Ҡариҙел, Өфө, Шишмә, Миәкә райондары, Межгорье ҡалаһы — 21-шәр балл,
  • Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Бәләбәй, Благовещен, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Көйөргәҙе, Нуриман, Стәрлетамаҡ райондары— 20-шәр балл,
  • Баймаҡ, Баҡалы, Илеш, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары —19-шар бал,
  • Октябрьский ҡалаһы, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Мишкә райондары—18-шәр балл,
  • Учалы, Шаран райондары — 17-шәр балл,
  • Салауат ҡалаһы, Ауырғазы, Бөрө, Борай, Балаҡатай, Бөрйән, Мишкә, Стәрлебаш, Хәйбулла, Салауат, Йәрмәкәй райондары — 16-шар балл,
  • Күгәрсен районы — 15 балл,
  •    Бишбүләк, Краснокама райондары — 14-шәр балл.

http://www.bashinform.ru/news/1332781-v-bashkirii-dva-munitsipaliteta-lidera-o-odin-autsayder-po-reaktsii-na-sotsseti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть