Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостандағы ике мәктәп төҙөлөшө контролен арттырыуҙы көсәйтергә ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белем биреү объекттарының яңы уҡыу йортона әҙерлек барышы тикшерелде.

  

«Мәғариф төбәге буйынса 71 объект төҙөлә һәм проектлана. Улар иҫәбендә 10 161 урынға 22 мәктәп һәм 4611 урынлыҡ 15 күп фунциялы үҙәк бар. 2019 йылда 6404 урынлыҡ 21 белем биреү объекты сафҡа инәсәк — улар 4 мең уҡыусыға иҫәпләнгән туғыҙ мәктәп һәм 2364 урынлыҡ 12 күп фунциялы үҙәк», — тип хәбәр итте Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин.

  Ул әлеге ваҡытта ике проблемалы объект барлығы тураһында хәбәр итте. Баҡалы районының Баҡалы ауылындағы 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөнөң компетентлы булмаған ойошторолоуы арҡаһында графиктан етди артта ҡалыу күҙәтелә. Был хәл буйынса көндәлек контроль бара һәм хәл тотороҡланып килә. Мәктәпте 1 сентябргә тапшырылыу планлаштырыла.

Тағы ла бер проблемалы төҙөлөш – Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбенә реконструкция. Объектты 2019 йылдың аҙағында сафҡа индереү күҙаллана. Мәктәп ике өлөштән тора. Тәүгеһе үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән, икенсеһе – 70-се йылдарҙан ҡулланыла, өсөнсө өлөшө әле ҡорола. Эштәр барышында нигеҙҙең етешһеҙлектәре табылған, уны өҫтәмә рәүештә нығытырға талап ителә.

Был хәлгә ҡарата район башлығы Айҙар Суфиянов балалар Авиация университетының ябылған филиалында урынлаштырылды, уҡытыу ике сменала 2018 йылдың 1 сентябренән ике сменала ойошторолған тип белдерҙе.

«Өсөнсө сиректә мәктәпте асығыҙ», — тип ҡушты Радий Хәбиров.

Республика башлығы уҡыу йылын башлауға айырыуса иғтибар бүлергә саҡырҙы.  «Ҙур ваҡиғаға — 1 сентябргә әҙерләнегеҙ. Был мәлгә мәктәп биләмәләре төҙөк, юл разметкаһы һәм светофор идараһы тәртиптә булһын», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1332744-radiy-khabirov-poruchil-usilit-kontrol-nad-stroitelstvom-dvukh-shkol-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть