Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Республикала «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы үтәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы уҙасаҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналасаҡ.

Башҡортса үткән ижади бәйгелә һөнәри актер йәки режиссер белеме булған кешеләр ҡатнаша ала. Улар ҡатнашлығында төшөрөлгән тапшырыуҙар конкурс программаһына инәсәк.

Ярыш һөҙөмтәһендә «Һүҙ оҫтаһы» һәм «Тамашасы һөйөүе призы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Һайлап алыу турында SMS аша тауыш биреләсәк һәм баһалама ағзалары тауыш биреп, конкурс ярымфиналсыларын асыҡлаясаҡ. Иң күп тауыш алған 18 кеше телепроекттың йомғаҡлау кисәһендә ҡатнашасаҡ. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә шиғри көс һынашыу формаһында үтәсәк.

    

  Конкурсты «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы),  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ойоштора.

http://www.bashinform.ru/news/1332722-v-bashkortostane-proydet-televizionnyy-poeticheskiy-konkurs-slovo-skazannoe-serdtsem/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть