Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостандан спортсылар Инвалидтар спартакиадаһында миҙал зачетында алтынсы урын яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан йыйылмаһы III Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһында дөйөм команда миҙал зачетында алтынсы урын яулаған. Биш спорт төрөндә һәм 15 спорт дисциплинаһында республика спортсылары 8,990 мәрәй йыйған, Мәскәү ҡалаһы, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Краснодар крайы һәм Мәскәү өлкәләре спортсыларына бирешеп.

Башҡортостан атлеттары Йошкар-Ола ҡалаһынан 19 алтын, 14 көмөш һәм 10 бронза миҙал алып ҡайтты.

Башҡортостан спортсылары интеллектуаль кәмселектәре менән кешеләр йөҙөүҙә һәм еңел атлетикала (һуҡырҙар спорты) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

http://www.bashinform.ru/news/1332538-sportsmeny-iz-bashkirii-zanyali-shestoe-mesto-v-madelnom-zachete-spartakiady-invalidov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть