Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Республикала 34 йәшлек ҡатын ике дуҫын көсләүҙә ғәйепләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Дәүләкәндә 34 йәшлек ҡатын ике дуҫын көсләүҙә ғәйепләгән. Урында йәшәүсе ҡатын хәлдән һуң бер нисә сәғәт үткәс ғариза яҙған.

«Вести-Башҡортостан» мәғлүмәттәре буйынса, ике дуҫ үҙ фатирында спиртлы эсемлек эсеп ултырған. Һуңынан уларға зыян күреүсе ҡушылған. Көсләү ҡорбаны рәнйетеүселәрен белгән һәм енәйәттең үлетереү ҡурҡынысы аҫтында эшләнеүе – уға бысаҡ менән янауҙары тураһында хәбәр иткән.

Ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлағандан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1332529-v-bashkirii-34-letnyaya-zhenshchina-obvinila-dvukh-priyateley-v-iznasilovanii/

Теги: көсләү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть