Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһен «Бәйләнештә» күрһәтә башлайҙар

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостан хөкүмәтенең аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәһен хәҙер «Бәйләнештә» социаль селтәрендә төбәк етәксеһе хакимиәтенең сәхифәһенә яҙылыусылар тура эфирҙа ҡарай ала. Беренсе тура эфир дүшәмбе, 22 июлдә, була.

«Башҡортостан хөкүмәтенең YouTube-каналдағы трансляцияһы ла буласаҡ. Ул иртәнге сәғәт 10-да башлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Радий Хәбиров республика менән вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы статусында етәкселек итә башлағандан алып министрҙар кабинетында оператив кәңәшмәләр барышын үҙе контролдә тота. Йыш ҡына ошо ултырыштарҙа кадрҙар ҡарары ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1332473-operativku-pravitelstva-bashkirii-budut-translirovat-na-stranitse-radiya-khabirova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть