Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Яңауыл районында малсылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттары әүҙем тормошҡа ашырала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостандың иң төньяҡ районы – Яңауыл малсылыҡ өлкәһендә инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем эшләй.

Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауылында 2500 һыйыр аҫрау һәм һауыу, 5000 эре мөгөҙлө малды һимертеү өсөн тәғәйенләнгән «Һөт йүнәлешендәге малсылыҡ комплексы (һөт фермаһы)» тигән яңы проект тормошҡа ашырыла.

Проект буйынса инвестициялар күләме – 1 миллиард һум.

Ошо хаҡта Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа «ИТС-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Михаил Попов һөйләне.

Бөгөнгө көнгә предприятие 500 баш мал менән малсылыҡ комплексы алған. Өҫтәмә 510 баш тоҡомло мал, 55 миллион һумдан ашыуға заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған.

http://www.bashinform.ru/news/1332417-yanaulskiy-rayon-bashkirii-aktivno-realizuet-investproekty-v-sfere-zhivotnovodstva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть