Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы «Краснодар»ға еңелде

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Һауа температураһы +32 градуста «Өфө» футбол клубы «Нефтсе» стадионында «Краснодар»ға еңелде, 2:0 иҫәп менән алда барып.

Беренсе таймда туп Рәсәйҙең Көньяғынан килгән ҡунаҡтарҙа ваҡыттың 77% булды, хужаларҙа — 23%. Әммә Вадим Есеевтың тәрбиәләнеүселәре Матвей Сафоновтың ҡапҡаһын ике тапҡыр ҡыйрата алды. Беренсе тупты үҙ иҫәбенә Кэтелин Карп яҙҙы.

Икенсе тупты Джемал Табидзе индерҙе. Ул барыһынан да юғары һикереп, тупты башы менән индерҙе.

Тәнәфескә ярышташтар 2:0 иҫәбе менән китте. Икенсе таймда «Краснодар»ҙың тренеры Мурад Мусаев уйынсылары менән тактик эш үткәрҙе һәм уңышҡа өлгәште. Ҡунаҡтар «Өфө»нөң йәш ҡапҡасыһы Алексей Черновтың ҡапҡаһын өс тапҡыр ҡыйратты. Өҫтәүенә Башҡортостан командаһының грузин һаҡсыһы Табидзенан автогол менән уларға еңеү килтерҙе.

«Өфө» башланып торған Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатында элеккесә мәрәйһеҙ ҡала, ә «Краснодар» тәүге өс мәрәйен эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1332542-fk-ufa-ustupil-krasnodaru-vedya-v-schete-2-0/

Теги: футбол, Өфө, РПЛ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть