Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Инвестсәғәт»тә Ҡарман балыҡ хужалығына бағыр үрсетеүгә ярҙам итәсәктәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Краснокама районының Николо–Березовка ауылында Ҡарман балыҡ хужалығы бағыр балығы үрсетә. Генераль директор урынбаҫары Нина Вдовина республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ваҡ бағыр үрсетеү өсөн биомодулдәрҙе күрһәтте һәм бына алты йыл дауамында эре балыҡтар өсөн ике ҙур ҡоролманы төҙөй алмайбыҙ тине. Хужалыҡ йылына 200 тоннаға тиклем бындай ҡиммәтле һәм ҙур һорау менән файҙаланған балыҡ төрөн үрсетә ала.  

Радий Хәбиров Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусинға предприятие етәкселеге һәм БР ауыл хужалығы министрлығы менән бергә хужалыҡҡа ярҙам итергә субсидиялар бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Төбәк башлығы фермерҙарҙы алдағы «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы.  

  

Ҡарман балыҡ хужалығы 1983 йылда Ҡарман ГРЭС төҙөгәндән һуң компенсация объекты итеп ойошторолған. Тәүҙә унда 1991 йылға тиклем тауар карп балығы үрсетелгән. Унан һуң бағыр, мәрсен, канал йәйене, тебяпия, аҡ амур, суртан кеүек балыҡтарҙы үҫтерә башлағандар. Әлеге ваҡытта бында йылына 1000 тоннаға тиклем карп, 150 тонна мәрсен, 150 тонна бағыр, 40 тонна канал йәйене үҫтерелә. Бер юлы сертификатлы производствола мәрсен ыуылдырығы алыу һәм тоҙлау мөмкинлеге бар. Етештерелгән балыҡ продукцияһы селтәрле супермаркеттарға оҙатыла. Шулай уҡ йәш һәм тауар балыҡтары артабан үрсетеүҙә ҡулланыла.    

http://www.bashinform.ru/news/1332313-podderzhka-forelevogo-khozyaystva-karmanovskogo-rybkhoza-budet-rassmotrena-na-investchase/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть