Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

 Республика етәксеһе Николо-Березовкалағы «Никольский храм» комплексы менән танышты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Краснокама районының Никола-Березовка ауылындағы «Никольский храм» тарихи-архитектура комплекс 1994 йылда булдырылған. Ауыл символы булып Свято-Никольский ҡорамы һанала. Уның настоятеле, протоиерей Алексей Тихонов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа экскурсия яһаны.

Ҡорам тарихы 1550 йылда тәүге ағас часовнянан башланған. Изге урындың хәҙерге бинаһы 1816 йылда исеме билдәһеҙ мастер проекты буйынса рус классицизмы стилендә төҙөлгән. 62 метрлыҡ ҡыңғырау манараһы Башҡортостандағы иң юғары дини ҡоролма булып һанала. Николай сиркәүе һәм уның Ленин урамындағы өлөшө XIX быуат тарихын күрһәтә һәм бының кеүек биналар республикала башҡа юҡ.

Радий Хәбиров иконалар тарихы менән ҡыҙыҡһынды һәм ҡорам ҡыңғырауҙары манараһына менеп төштө.

Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин Кама йылғаһының ҡорам урынлашҡан яр буйын төҙөкләндереү проекты менән таныштырҙы.  Әйтергә кәрәк, Николо-Березовка ауылында 26 мәҙәни мираҫ объекты бар. Уларҙың күбеһе ныҡ иҫкергән һәм әлеге ваҡытта ҡулланылмай. Шулай ҙа был юҫыҡтар эштәр башҡарыла. Бер нисә архитектура ҡомартҡыһын район һәм шәхси эшҡыуарҙар тергеҙгән һәм айырым шарттар менән ҡуртымға алған.

http://www.bashinform.ru/news/1332307-radiy-khabirov-oznakomilsya-s-kompleksom-nikolskiy-khram-v-nikolo-berezovke/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть