Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Ағиҙел ҡалаһындағы 30 подъезды ремонтлау өсөн 10,4 миллион һум бүленәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

  

Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһында ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау эше менән танышты. Республика етәксеһе ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов менән Еңеү паркындағы мемориалға сәскә һалды һәм Тыныслыҡ урамындағы 4-се йорт ихатаһына юлланды.

  

2019 йылда Ағиҙелдә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса Тыныслыҡ урамы, 22 һәм Йәштәр урамы, 22 адрестары буйынса урынлашҡан ике күп фатирлы йорт биләмәләрендә эштәр башҡарыу ҡаралған. Бының өсөн 5 миллион һум аҡса бүленгән. Ҡала башлығы әйтеүенсә, быйыл алты йортта 30 подъезд ремонтланасаҡ һәм уға 10,4 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, ремонт сифатына иғтибар итергә кәрәк, уға аҙаҡтан йортта йәшәүселәр дәғүә белдермәһен тине. Шулай уҡ планға ингән бар ремонт эштәре үтәлергә тейеш.

Әлеге ваҡытта ҡалала 12 подъезд төҙөкләндерелгән, тағы ла 12 дана сират көтә.

Йорт ихатаһында Радий Хәбиров Ағиҙел халҡы менән аралашты.

  «Һеҙ беҙгә килгәнегеҙ, ябай кешеләрҙе борсоған проблемалар менән танышыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тип белдерҙе өлкән йәштәге ҡатын.

Ҡала халҡын башлыса ике проблема борсой. Эшһеҙлек арҡаһында ирҙәр һәм йәштәр Рәсәйҙең сит төбәктәренә сығып эшләргә мәжбүр.

Медицина яғынан ялыуҙар күп. Кешеләр әйтеүенсә дауаханала белгестәр етешмәй, «ашығыс ярҙам» эше лә ҡәнәғәтләндермәй. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, табиптарға электрон яҙылыу нисек ойошторолоуын һораны. «Тар» белгестәр менән дә проблема хәл ителә, был осраҡта муниципаль властар әүемлек күрһәтергә тейеш.

Республика башлығы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегенә тармаҡтағы проблемаларҙы тикшерергә күрһәтмә бирәсәген әйтте. Иртәгә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын үтәүсе Максим Забелин Нефтекамаға һәм Әмзәгә барасаҡ, бер юлы Ағиҙелгә лә һуғылып, урындағы халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡабул итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1332253-na-remont-30-podezdov-v-gorode-agideli-potratyat-10-4-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть