Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфө студенты «Территория смыслов» бөтә Рәсәй конкурсында грант еңде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө дәүләт нефть-техник университетының беренсе курсында уҡыусы Тимур Мәннәнов «Территория смыслов» бөтә Рәсәй йәштәр белем алыу форумында оло еңеүгә өлгәште. Ул химия буйынса юниорҙар араһында республика олимпиадаһы үткәреү проекты менән уңышлы сығыш яһаны һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Форум Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһы янындағы Сенеж күле янында 5-11 июлдә үтте.  

  

«Һәр яҡшы проект артында уны булдырыусыларҙың берҙәм командаһы тора. Мин форумда Олимпиада хәрәкәтенең уҡытыусылар ассоциацияһы командаһын күрһәттем. Беҙҙең эш республика уҡыусыларын химия олимпиадалары аша үҫтереүгә арналған» — тип һөйләне Тимур Мәннәнов.

Быйыл форумға бар Рәсәйҙән 1000-дән ашыу кеше йыйылған. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәргән грант конкурсында төрлө өлкәләге киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә проекттар ҡатнашты. Улар араһынан 26 йүнәлешкә дөйөм алғанда 6 млн һумға яҡын сумма тапшырылды.  

http://www.bashinform.ru/news/1332171-pervokursnik-iz-ufy-vyigral-grant-na-vserossiyskom-konkurse-territoriya-smyslov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть