Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһына килде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика етәксеһе тәүҙә «Башҡортостан электр селтәрҙәре» акционер йәмғиәте биләмәһенә юлланды.

Предприятие 2018 йылдың апрелендә Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән булдырылған. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында эше индустрия паркы төҙөү күҙаллана. «Башҡортостан электр селтәрҙәре» акционер йәмғиәте генераль директоры Павел Багаев әйтеүенсә, бында 123 гектарҙа урынлашҡан 112 мең квадрат метр производство майҙандары бар. 30-40 йыл эсендә бар коммуналь селтәрҙәр иҫкергән һәм уларҙың күбеһе яңыртыуҙы талап итә. Был майҙандар менән инвесторҙар ҡыҙыҡһынһын өсөн тимер юлы тармағын да тергеҙеү кәрәк. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Раил Сарбаев Радий Хәбировҡа реконструкция өсөн дөйөм алғанда 318 миллион һум аҡса талап ителә тип белдерҙе. Бының 75 процентын республика федераль үҙәктән һорай. Әлеге ваҡытта Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың ҡарары бар, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы менән һөйләшеүҙәр үткәрелә.    

Был майҙансыҡта шулай уҡ мембраналы рулонлы материалдар етештереү буйынса инвестиция проектын ойоштороу планға ингән. Улар ҡыйыҡ конструкцияларында ҡулланылған айырым типлы арматуралы ҡыйыҡ һәм гидроизоляция япмалары булып тора. Был продукттар яҡшы физик-механик үҙсәнлеккә эйә, уларға төҙөлөш баҙарында тотороҡло һорау бар. Производство ҡоролмалары Чехияла эшләнә һәм уларҙы һатып алыу өсөн 400 миллион һум самаһы аҡса кәрәк.  

Силикат кирбесе етештергән «Джут-СТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заводы төҙөлөп бөтмәгән АЭС биләмәһендә эшләгән производстволарҙың берәүһе булған. Уның директоры Руслан Мәннәнов Радий Хәбиров менән әңгәмә барышында, предприятие продукцияһы элек Өфөлә йорттар төҙөгәндә ҡулланыла ине, тик төрлө сәбәптәр, һатыу баҙары юҡлығы һәм ҡаты конкурентлыҡ арҡаһында завод үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булды тип белдерҙе.

Радий Фәрит улы директорҙы киләһе дүшәмбегә «Төҙөлөш сәғәте»нә саҡырҙы. Унда Ағиҙелдә кирбес етештереүҙе тергеҙеү буйынса ярҙам саралары тураһында һөйләшеү буласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1332165-radiy-khabirov-s-rabochey-poezdkoy-pribyl-v-gorod-agidel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть