Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә вакансиялар йәрминкәһендә 200-гә яҡын кеше эшкә саҡырыу алған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

18 июлдә Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе. Бында пенсия алды һәм пенсия йәшендәгеләргә, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш тәҡдим иттеләр.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса сараға килеүсе 359 кешегә төрлө өлкәләге 53 предприятиелағы 460 вакант урыны тураһында хәбәр ителде. Унда аҙыҡ-түлек магазиндары, гипермаркеттарҙан алып, сәнәғәт заводтары һәм төҙөлөш ойошмалары бар. 271 кеше эш биреүселәр менән әңгәмәләшкән, 178 ғариза ыңғай ҡабул ителде. Дөйөм алғанда йәрминкәгә килеүселәр Өфөләге эш баҙары менән танышты, эш эҙләү, резюме төҙөү, буласаҡ эш биреүселәр менән һөйләшеү буйынса тәҡдимдәр алды.

Киләһе йәрминкә 25 июлдә үтәсәк һәм «Транспорт һәм элемтә» өлкәһенә ҡағыласаҡ. Унда автомобиль водителе, кондуктор, автомобилдәр ремонтлау буйынса слесарь, механик, тейәгес водителе, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинистары, механик, тракторсы, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса электромонтер эштәре тәҡдим ителәсәк. Ул Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 8-гә тиклем үтәсәк. Телефоны: 251-51-55. Эш бирергә теләүселәр 8(347) 251-51-75 телефоны буйынса шылтырата ала. Бар хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

http://www.bashinform.ru/news/1332070-v-ufe-na-yarmarke-vakansiy-pochti-200-soiskateley-poluchili-priglashenie-na-rabotu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть