Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ ЮХХДИ-һы янында ғәҙәти булмаған һәйкәл асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

  Стәрлетамаҡ ҡаланының Геологтар урамында иҫтәлекле урын -постаментҡа ҡуйылған «Урал» мотоциклы асылды. Бындай техника элек Дәүләт автоинспекцияһының иң популяр транспорты булған.  

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы хеҙмәткәре Дарина Горчакова һүҙҙәренә ҡарағанда бындай ғәҙәти булмаған һәйкәл ДАИ-ЮХХДИ барлыҡҡа килеүҙең сираттағы йыллығына арналды. СССР Эске эштәр министрлығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән 1936 йылда булдырылған. Быйыл 3 июлдә хеҙмәт үҙенең 83-сө йыллығын билдәләне.

«Урал» мотоциклы менән иҫтәлекле урын асыу идеяһы йыл башында барлыҡҡа килгән. Бының кеүек ҡоролмалар республиканың һәм илдең күп кенә ҡалаларында бар, сират Стәрлетамаҡҡа ла килеп етте. Уны асыуҙа ветерандар йыйылды, үҙ сиратта, улар йәшлектәрен иҫләне, хәтирәләр менән бүлеште һәм ҡотлауҙар ҡабул итте.

    

  

«Ҡасандыр патруль инспекторҙары үҙ хеҙмәттәрен мотоциклдарҙа башҡарған. Улар сөм-һары төҫкә буялған, ГАИ яҙыуы һәм дәүләт гербы төшөрөлгән. ДАИ хеҙмәткәрҙәре мотоциклдарҙа йыл әйләнәһенә урамдарҙы тикшергән, кәрәккәндә хоҡуҡ боҙоусыларҙы эҙәрлекләгән.

Әле «Беҙҙең эштәр һәм батырлыҡтар онотолмаған», — тип айырыуса ветерандар ҡыуана.

Үткәндәрҙе хөрмәт итеп совет патруль мотоциклына һәйкәл барлыҡҡа килеүе үҙе айырым билдә булып тора. Тап ошондай техникаға ултыртып хулигандарҙы, янъял сығарыусыларҙы, иҫеректәрҙе тейәп йөрөткәндәр», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле.

http://www.bashinform.ru/news/1332059-v-bashkirii-u-zdaniya-gibdd-sterlitamaka-poyavilsya-neobychnyy-pamyatnik/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть