Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәк халҡын балалар майҙансыҡтары мониторингында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Зинова/.

20-31 июлдә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары хәүефһеҙлек, уңайлы, таҙа һәм яҡын булыуы шарттарына мониторинг уҙғарыла. Тикшереү Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән берлектә республиканың муниципаль берәмектәрендәге йәмәғәт советтары һәм йәмәғәт палаталары ҡатнашлығында уҙа.

Проблемалы майҙансыҡтарҙың фотоларын республикала йәшәүселәр Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының электрон адресына oprb2011@mail.ru ебәрә ала.

«Беҙ ихаталарҙа булған проблемаларҙы асыҡлай алабыҙ. Чиновниктар һәр урамға барып етмәҫ, төбәктең бөтә муниципаль берәмектәрендә булған йәмәғәт советтары республика халҡы менән берлектә мәғлүмәт йыя ала», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

Мониторинг һөҙөмтәләре мәсьәләне хәл итеү өсөн Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына, муниципаль берәмек хакимиәттәренә ебәреләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1331927-zhiteley-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-monitoringe-detskikh-ploshchadok/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть