Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала бензин еҫкәп, 12 йәшлек малай үлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда бензин быуын еҫкәп, 12 йәшлек малай үлгән.

Фажиғә Ғафури районында теркәлгән. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы шунда уҡ һәләк булған, тип хәбәр итә «Вести-Башҡортостан».

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, үҫмерҙәрҙең бергә йыйылыуы һәм 12 йәшлек малайҙың канистрҙан бензин быуын еҫкәүе билдәле. Был хәл буйынса тикшереү башланған.

«Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны ҡаралған, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алына, тикшереү йомғаҡтары буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк» — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1332020-v-bashkirii-umer-12-letniy-malchik-nadyshavshis-parami-benzina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть