Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда айырыуса балаларҙы реабилитациялау өсөн сертификатҡа 63 миллион һум бүленә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан бюджетынан айырыуса балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә аҡсалата сертификат биреүгә 63 миллион һум бүленәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһы 42,8 мең һум тора. Сертификатты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн милек формаһына ҡарамай теләгән шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә тотонорға мөмкин. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова айырыуса балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа был әсәләргә ошо хеҙмәттәр менән ҙур ҡалаларға килмәй файҙаланыу мөмкинлеге бирә тип һөйләне.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең алты меңдән ашыу айырыуса баланың реабилитация алыу мөмкинлеге булманы, хәҙер ул барлыҡҡа килә. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса сертификаттар 1 сентябрҙә бирелә башлай», — тип аңлатты Ленара Иванова.

Радий Хәбировтың фекеренсә, ошондай сертификаттарҙы тапшырыу айырыусы балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә ошондай хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе бизнес өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк.

Башҡортостанда шулай уҡ төбәк техник реабилитация саралары теҙмәһен раҫлаған хөкүмәт ҡарары ҡабул ителгән. Улар инвалид балалар һәм беренсе төркөм инвалидтарға федераль исемлеккә өҫтәп бушлай биреләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1331884-v-bashkirii-na-vydachu-sertifikatov-dlya-reabilitatsii-osobennykh-detey-vydelyayut-63-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть