Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

«Эксперт» агентлығы: Башҡортостанда фәҡирҙәр өлөшө 10,5 проценттан 17,5 процентҡа тура килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Эксперт» агентлығы аналитиктары Рәсәй төбәктәренең фәҡирлек картаһын төҙөгән. Беҙҙең республика илдең тағы ла 38 субъекты менән  бергә «уртансылар» рәтендә тора. Тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса Башҡортостанда фәҡирҙәр өлөшө 10,5 проценттан 17,5 процентҡа тура килә.

  

  

«Төбәктәр буйынса фәҡирлек кимәлен һанап сығарыу өсөн беҙ һәр төбәктең модаль (иң йыш осраған) килеме менән шул төбәк йәшәү кимәле минимумына нисбәтен һанап сығарҙыҡ. Шулай уҡ һәр төбәктең йәшәү кимәленән түбән аҡса килеме булған халыҡ өлөшө тураһындағы мәғлүмәтте Росстаттан алдыҡ», — тиҙәр картаны төҙөүселәр.

Башҡортостанда модаль (иң йыш осраған) килем төбәктең 1,25 һәм 1,5 йәшәү минимумын тәшкил итә.

Иң «бай» төбәктәр тип аналитиктар Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Тула, Липецк, Курск, Белгород, Воронеж, Ленинград, Түбәнге Новгород, Свердловск, Сахалин өлкәләре, Ямал-Ненец һәм Чукот автономлы округтарын һанаған.

«Иң фәҡир төбәктәргә (улар 31) Кавказдың барыһы ла тиерлек, Себерҙең, Волга буйының күп өлөшө ингән. Унда модаль килем йәшәү минимумынына тура килә йәки уның 1,25 нисбәтен тәшкил итә. Бында фәҡир халыҡтың һаны 40 проценттан арта», — тигән «Эксперт» агентлығы.

Тыва һәм Ингушетияла халыҡтың модаль килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк, фәҡирҙәр һаны 32 проценттан 41,5-ҡа барып етә.

http://www.bashinform.ru/news/1331847-agentstvo-ekspert-v-bashkirii-dolya-bednykh-sostavlyaet-ot-10-5-do-17-5-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть