Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

«ГАЗ төркөмө» Башҡортостанға 70 автобус ебәрәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республикаға «ГАЗ төркөмө» заводтарында етештерелгән 70 автобус ҡайтарыласаҡ. Тәүге 18 берәмекте август айы аҙағында килтереү көтөлә.

Бөгөн БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән «ГАЗ төркөмө» президенты Вадим Сорокин хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ ғәмәлдәге автопаркты яңыртырға һәм сервис инфраструктураһын үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Экологик яҡтан таҙа КПГ тәбиғи газында эшләгән транспортты ҡулланыуҙы киңәйтеүгә айырым иғтибар яһала. Килешеү ыңғай тәжрибәне һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙа алдынғы мөмкинлектәрҙе таратыуҙы күҙ уңында тота.

  

  

«Беҙҙең ГАЗ хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, һаҡсыл производствоны үҫтереү буйынса иң яҡшы компанияларҙың береһе булып тора тигән фекерҙәбеҙ. Республика өсөн һеҙҙең тәжрибә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

  

Төбәк етәксеһе республикала транспорт системаһын һәм «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын үҫтереү буйынса ҙур программа тормошҡа ашырыла тине.

«Беҙҙең коммерциялы предприятиелар ҙа автпарктарын яңыртыуҙы башланы. Дөйөм алғанда республикала быйыл һәм киләһе йыл башында 600-гә яҡын автобус, шул иҫәптән һеҙҙең маркалылары ҡайтарыласаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, сервис программалары тураһында уйланырға сәбәп бар», — тине Радий Фәрит улы.

  

Быйыл республика йәмғеһе 527 автобус һатып аласаҡ, 2020 йылдың тәүге өс айында тағы 62 берәмек өҫтәләсәк. Дөйөм алғанда 598 автобус ҡайтарыласаҡ.

Документҡа ҡул ҡуйғандан һуң Радий Хәбиров менән Вадим Сорокин «ГАЗ төркөмө»нә ингән Горький автомобилдәр заводы, Ликино һәм Павлово автобус заводтары етештергән заманса автомобиль техникаһын ҡараны. Компания ҡала эсендә һәм ҡала-яны маршурттары өсөн автобустар теҙмәһе тәҡдим итте. Күргәҙмәлә шулай уҡ төрлө коммуналь техника, мобиль автосервис һәм сауҙа өсөн машиналар, мәктәп, хәрәкәте сикләнгәндәр, «ашығыс ярҙам»  өсөн махсуслашҡан автомобилдәр күрһәтелде. Уларҙың барыһы ла дизель һәм газ двигателе ҡуйыла ала.

http://www.bashinform.ru/news/1331751-v-bashkiriyu-gruppa-gaz-postavit-70-avtobusov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть