Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 2019 йылда Интернациональ урамы башынан күпер төҙөлә башлаясаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Быйыл баш ҡалала Интернациональ урамы башынан Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күпере төҙөлә башлаясаҡ. Уны ҡороу өсөн 8,3 млрд һум талап ителә. Бының тураһында республика хөкүмәтендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов хәбәр итте.

Буласаҡ күпер биләмәһен планлаштырыу һәм межалау проектына йәмәғәт тыңлауҙары 2016 йыл башында уҡ башҡарылды. Документтарға ярашлы, яңы күпер үткәргесенең оҙонлоғо 1322 метр тәшкил итеп, унда хәрәкәт өсөн дүрт һыҙат һалынасаҡ.

Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Тәү сиратта күпер һәм Интернациональ, Комаров урамдарынан илткән юлдар төҙөләсәк, Ағиҙелдең һул яҡ ярынан 8 Март һәм Алексеевка ҡасабаларына бәйләнеш булдырыласаҡ. Икенсе сират һуңында Комаров урамы аҫтынан 390 метрлыҡ тоннель төҙөлөп, уның аша күпергә Интернациональ урам аша үтергә мөмкин буласаҡ. Төҙөлөштөң был ике этабы дүрт йылда тормошҡа ашырыласаҡ.

Архитектура һәм ҡала төҙөү буйынса баш идаралыҡ вәкилдәре һүҙҙәренә ҡарағанда, проектта артабан күперҙән 8 Март, Алексеевка ҡасабаларына илткән юлдың М-7 Федераль трассаһына тиклем һуҙыу ҡаралған. Бынан тыш, Интернациональ урамында юл бәйләнештәре һәм үткәргестәре төҙөп, уны өҙлөкһөҙ хәрәкәт магистраленә әйләндереп, Шаҡша юл үткәргесенә тоташтырыу ҡаралған. Әгәр ҙә был пландар тормошҡа ашһа, Өфөлә М-5 һәм М-7 федераль юлдарын тоташтырған транспорт коридоры барлыҡҡа киләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1331585-v-ufe-v-2019-godu-planiruetsya-nachat-stroitelstvo-mosta-v-stvore-ulitsy-internatsionalnoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть