Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡыҙ ҡотҡарыу түңәрәгенән баш тартҡан һәм батып үлә яҙған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Баш ҡаланың Ленин районы Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре «Затон» ял зонаһы биләмәһендә дежурлыҡта булған. Улар рәсми пляждан ситтә йөҙгән ҡыҙҙы ҡотҡарған.

Ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идараһы мәтбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 йәшлек ҡыҙ Ағиҙелдең йыһазландырылмаған урынында йөҙгән. Ул һыу ятҡылығының уртаһына барып еткән һәм сәсәй башлаған. Ҡотҡарыусылар уны байтаҡтан күҙәткән һәм бәләгә ҡалғанын күргәс, ярҙамға ашыҡҡандар. Улар уға ҡотҡарыу түңәрәге биргән, ләкин ҡыҙ унан баш тартҡан һәм кәмәгә ултырмаған.

  «Бер аҙҙан ҡыҙ яр йүнәлешендә йөҙөргә керешкән һәм шул мәлдә бата башлаған. Ҡотҡарыусыларҙың берәүһе шунда уҡ һыуға һикергән һәм ҡыҙҙы эләктереп ярға алып сыҡҡан. Алдан билдәле булыуынса бәләгә ҡалыусы иҫерек көйөнсә һыуҙа йөҙгән. Ҡыҙ медицина тикшереүенән баш тартҡан», — тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/news/1331674-v-ufe-devushka-otkazalas-ot-spasatelnogo-kruga-i-edva-ne-utonula/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть