Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

 Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Нефтекама халҡы менән осрашасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Нефтекамаға эш сәфәре менән барасаҡ.

Ведомство етәксеһе урындағы халыҡ менән ике мәртәбә осрашасаҡ.  Тәүгеһе иртәнге сәғәт 11-һә Балалар һәм йәштәр ижады һарайында (Ленин урамы, 23), икенсеһе — сәғәт 1-ҙә Әмзә ауылының Мәҙәниәт йортонда (Мәктәп урамы, 25) үтәсәк.

«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, Максим Забелин 2018 йылдың декабренән бирле һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын үтәй. Санкт-Петербург Хәрби-медицина академияһын, Рәсәй Оборона министрлығы Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында МВА дәрәжәһен һәм медицина фәндәре докторы исемен алған.

http://www.bashinform.ru/news/1331596-i-o-ministra-zdravookhraneniya-bashkirii-vstretitsya-s-zhitelyami-neftekamska/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть