Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан спортсылары еңеү атлетика буйынса Инвалидтар спартакиадаһында бөтә призлы урындарҙы яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан спортсылары Йошкар-Ола ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй инвалидтар спартакиадаһында бөтә урындарҙы яуланы. Ҡыҙҙар еңел атлетикала – 100 метр арауыҡҡа йүгереүҙә иң яҡшылары булды, тип хәбәр итә «Марийская правда».

Мария Вәлиәхмәтова – алтын, Виктория Ғибәҙуллина – көмөш, Диана Вәлиәхмәтова бронза миҙалдар яуланы. Бөрөнән Вәлиәхмәтовалар йүгереүҙә 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова менән бер мәктәптә уҡыған һәм легендар спортсы менән шәхсән таныш.

Марий Иле Республикаһында өс көн барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан йыйылмаһы миҙал зачетында икенсе урынды биләй – 5907,1 мәрәй. Беренсе урында Мәскәү өлкәһе (6274,0 балл), өсөнсөлә — Свердловск өлкәһе (5561,8 мәрәй).

http://www.bashinform.ru/news/1331568-bashkirskie-sportsmenki-zanyali-ves-pedestal-spartakiady-invalidov-po-legkoy-atletike/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть