Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда алдағы өс көндә 30 градуслыҡ эҫе көтөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республикала алдағы өс көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар менән эҫе һауа торошо күҙаллана. Башгидрометүҙәк белдереүенсә, 18 июлдә, кесе йомала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы һәм йәшенле ямғырҙар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ 25-30 градус, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡа етәсәк. Иртәнсәк автомобиль юлдарының айырым урындарына томан төшөүе мөмкин, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр. Айырым райондарҙа йәшенле ямғыр, елдең тиҙлеге секундына 14 метрға етеүе  көтөлә.

19 июлдә, йомала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ҡайһы берендә төньяҡтан буласаҡ, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Төндә 17-22, көндөҙ 25-30, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡаса эҫетәсәк.

Шәмбелә, 20 июлдә иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көньяҡ-көнсығышта ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле, боҙ борсаҡлы ямғырҙар ҙа яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән төньяҡтан талғын иҫәсәк, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Һауа температураһы төндә 13-18, көньяҡ-көнсығышта 22, көндөҙ 23-28, көньяҡ-көнсығышта 33 градусҡа етәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1331531-v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-prognoziruetsya-30-gradusnaya-zhara/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть