Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә пенсия алды йәшендәге граждандарға һәм инвалидтарға вакансиялар йәрминкәһендә эш тәҡдим итәләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 18 июлдә пенсия алды, пенсия йәшендәге һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында – водитель, һаҡсы, бүлмә йыйыштырыусы, урам һепереүсе, курьер, кондуктор, аш-һыу бүлмәһе эшсеһе, ашнаҡсы, етештереү һәм эш бүлмәләрен йыйыштырыусы, иғландар йәбештереүсе, балта оҫтаһы, слесарь-сантехник, электрик һәм башҡа эш урындары.

Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

http://www.bashinform.ru/news/1331387-ufimskie-predpensionery-i-invalidy-smogut-nayti-rabotu-na-yarmarke-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть