Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

ШОС һәм БРИКС илдәренең бишенсе кесе эшҡыуарлыҡ форумы Өфөлә сентябрҙә уҙа

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә 26-27 сентябрҙә Рәсәй субъекттарының һәм сит дәүләттәрҙең рәсми делегациялары ҡатнашлығында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Бишенсе кесе эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ бөгөн Башҡортостандың Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Форумдың төп маҡсаты – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре төбәктәре араһында партнерлыҡты яйға һалыу, шулай уҡ төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү һәм уртаҡ бизнес-проекттар һанын арттырыу иҫәбенә эшҡыуарлыҡтты йылдам үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

  Ҙур форумдың ойоштороу комитетына 1 авгусҡа тиклем республика хөкүмәтенә форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын һәм сығымдар сметаһын әҙерләп, күрһәтергә ҡушылған.

http://www.bashinform.ru/news/1331372-radiy-khabirov-rasporyadilsya-provesti-v-ufe-pyatyy-forum-malogo-biznesa-stran-shos-i-briks/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть