Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатының 2019/20 миҙгеленә абонементтар һата башланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Өфө» футбол клубы 2019/20 миҙгелдә Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатында һәм Илебеҙ кубогында Башҡортостан командаһының өйҙәге уйындарына миҙгел абонементтары һата башланы.

«Абонементтың хаҡы 1000 һумдан башлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр клубтың матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай уҡ «Нефтсе» кассаларында Рәсәй Премьер-лигаһында «Өфө»нөң  «Краснодар» менән өйҙәге беренсе матчына билеттар һатыла башланы. Уларҙың хаҡы 100-300 һум тора.

Рәсәй чемпионатының икенсе турындағы уйын шәмбе, 20 июлдә, була. Ул урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 4-тә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1331202-fk-ufa-zapustil-prodazhu-abonementov-na-sezon-chempionata-rpl-2019-20/

Теги: футбол, РПЛ, Өфө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть