Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә ирҙең туйҙан һуң ҡатынының фамилияһын алыу осраҡтары теркәлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Баш ҡаланың Орджоникидзе районы ЗАГС-ында өйләнешкәндән һуң ир кеше ҡатынының фамилияһын алыу осраҡтары теркәлде. Бының турала гражданлыҡ акттарын теркәү бүлеге начальнигы Людмила Гвоздик хәбәр итте.

  

Ғәҙәттә ҡатындарҙың 70%-ҡа яҡыны никахтан һуң фамилияһын алмаштыра, ә ҡалған 30 проценты документтар юллауҙы артыҡ күрә һәм ҡыҙ фамилияһын ҡалдыра.

«Ғаилә хәлен теркәү һаны йыл миҙгеленә лә бәйле. Июнь-сентябрь айҙарында күпләп өйләнешәләр, октябрь айынан һүлпәнләнә башлай. Май айында никахтар ныҡ аҙ теркәлә», — тине Людмила Гвоздик.

ЗАГС начальнигы белдереүенсә, әле өйләнешеү йәше артыуы күҙәтелә. Элек Өфөлә йәшәүселәр 18 йәштән 24 йәшкәсә тормош ҡорһа, хәҙер инде бер аҙ олоғайып, 25-35 йәштә донъя ҡора.

Сит ил граждандары менән никахлашыуҙар артҡан. Улар Әзербайджан, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Төркиә, Египет, Афғанстан, Германия, Израиль, Марокко Короллеге, Мадагаскар, Йемен, Бөйөк Британия илдәренән.

Орджоникидзе районы ЗАГС-ында теркәлгән яңы тыуған балалар һаны былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек кәмегән: 2018 йылда 2155 булһа, быйыл – 873. Енестәр нисбәте: 443 малай, 430 ҡыҙ. 13 мәртәбә игеҙ балалар тыуған.

Былтыр ир балаларға күбеһенсә Тимур, Артем, Егор, Әмир, Ислам, Алан, Кәрим, Таһир тип исем ҡушҡандар. Ҡыҙҙарҙы иһә Арина, София, Виктория, Әминә, Мәҙинә һәм Сабина тигәндәр.

http://www.bashinform.ru/news/1331368-v-ufe-registriruyutsya-sluchai-kogda-muzhchina-posle-svadby-beret-familiyu-zheny-/

Теги: ЗАГС, никах, туй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть