Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↑

EUR 73.22 ↑

17 август, Шәмбе

Уфа   °

Төркиә отелдәре рәсәйҙәр өсөн хаҡтарҙы төшөрҙө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Төркиә отелдәре июлдә-августа урынлашыуға хаҡтарҙы 10-15 процентҡа кәметте. Алдан йәшәү өсөн хаҡтарҙы ҡапыл күтәргән ҡунаҡханалар туристар етмәүенә зарланған, тип хәбәр итә «Известия» Рәсәй туристик операторҙары ассоциацияһына һылтанып.

Профессиональ менеджерҙар ассоциацияһы Төркиә отелдәрен баһалауы буйынса, Антальела отелдәр июлдә-августа 90-92 процентҡа туласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡунаҡханаларҙа бүлмәләр тулылығы 82-85 проценттан күтәрелмәйәсәк.

Аналитиктар һүҙҙәренсә, һүҙ 2018 йылда уңышлы эшләп, быйыл йәй хаҡтарҙы ҡапыл күтәргән отелдәр тураһында бара.

2019 йыл йомғаҡтары буйынса, Төркиәлә 6 миллиондан ашыу Рәсәй турисы көтөлә. Биш айҙа илдә 1,7 миллионға яҡын Рәсәй гражданы ял иткән, ул 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,5 процентҡа күберәк.

Алдан июлдә Урал туризм ассоциацияһы директоры Михаил Мальцев Төркиә отелдәрендә хеҙмәтләндереү сифатының түбәнәйеүе был ил курорттарында конкуренция булмау һәм ҡунаҡхана хужаларының аҙ сығымда күп килем алыу теләге менән бәйле тип белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1331072-turetskie-oteli-snizili-tseny-dlya-rossiyan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть