Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә нефть университеты уҡытыусыһы 78 мәртәбә ришәүәт алғанға хөкөм ителәсәк

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Баш ҡалала нефть университетының элекке уҡытыусыһы ришәүәт алған һәм эш урынын файҙаланып алдашҡан. Торба үткәргес системалары гидрогазодинамикаһы кафедраһының элекке доценты 139 енәйәт осрағында ғәйепләнә. Уның 40 йәшлек хеҙмәттәше, тарих һәм политология кафедраһының элекке доценты иһә ришәүәтселектә ярҙам иткән һәм мутлашырға маташҡан.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2016 йылдан алып 2018 йылға тиклем ғәйепләнеүсе, 49 йәшлек уҡытыусы ҡатын аралашсылар аша студенттарҙан 11 мең һумдан 27 мең һумға тиклем ришәүәт алған. Ул шуның өсөн зачет кенәгәләренә имтихандар һәм курс эштәрен яҡлау буйынса ыңғай билдәләр ҡуйған.

Ғәйепләнеүсенең фатирында үткәрелгән тентеүҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар имтихандар һәм курс эштәре өсөн аҡса тапшырған студенттар исемлеген табып алған. Шулай итеп ике йыл эсендә доценттар 1,2 миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән.

2018 йылдың июнь айында бер студент аралашсы уҡытыусыға «Иҡтисад» предметынан имтихан тапшырыуға аҡса биргән һәм бының турала полицияға әйткән. Аралашсы үҙенең ғәйебен таныған, ә бына элекке доцент «ғәйебем юҡ» тигән.

Әле енәйәт эштәре тураһында материалдар судҡа тапшырылған.  

http://www.bashinform.ru/news/1331112-v-ufe-za-78-epizodov-vzyatochnichestva-pod-sud-poydet-prepodavatel-neftyanogo-universiteta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть