Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Авдон дауаханаһында рентген аппараты ҡуйыуҙы һорай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығына Авдон участок дауаханаһында рентген аппараты ҡуйыуҙы һорап, мөрәжәғәт ебәргән. Ундағы ҡоролма 2015 йылда сафтан сыҡҡан һәм шул ваҡыттан алып төрлө йәрәхәтле пациенттар баш ҡаланың 21-се дауаханаһына килергә мәжбүр. Авдон дауаханаһы тап шул медицина учреждениеһына бәйләнгән һәм 87 мең кешене хеҙмәтләндерә. Рентгендан тыш, участок дауаханаһы башҡа ҡоролмаларға һәм медицина кадрҙарына мохтажлыҡ кисерә.  

    

«Авдон дауаханаһы менән килеп тыуған хәлгә һаулыҡ һаҡлау объекттарының уйлап еткерелмәгән һәм ҡапыл эшләнгән «реорганизация һәм ҡулайлаштырыу» ғәйепле. 21-се ҡала дауаханаһы менән Авдон дауаханаһы үҙенең эше һәм тәғәйенләнеше буйынса бөтөнләй айырыла. Уларҙы ҡушыу халыҡ өсөн өҫтәмә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Беҙ бындағы финанслау ҡалдыҡ принцип менән башҡарылды, был, үҙ һөҙөмтәһендә, учреждениеның материаль-техник базаһы наҡыҫланыуына килтерҙе тигән фекерҙәбеҙ», — тип белдерҙе Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы, Башҡортостандың Медицина палатаы президенты рассказала Дамира Сабирйәнова.

Ул шулай уҡ ҡулайлаштырыу эҙемтәләре алдан уйланылырға, хәүефтән иҫкәртелергә һәм быға ҡағылған бар кешеләрҙең дә талаптары үтәлергә тейеш ине тигән фекерҙә.  

  «Әлеге ваҡыттағы шарттар һаулыҡ һаҡлау системаһынан оҙаҡ ваҡытҡа алға планлаштырыуҙы һәм тәрән анализды талап итә. Был медицина учреждениеһының структураһына һәм комплектлы, йыһазлы булыуына берҙәй ҡағыла. Шул уҡ мәлдә барлыҡҡа килгән проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү мотлаҡ. Халыҡҡа медицина ярҙамы сифатлы һәм үҙ мәлендә бирелергә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сабирйәнова.

http://www.bashinform.ru/news/1331116-onf-prosit-minzdrav-bashkirii-ustanovit-rentgen-apparat-v-avdonskoy-bolnitse/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть