Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илсеһе Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илсеһе Аликбек Джекшенкулов Өфөгә рәсми сәфәр менән килде. Дипломат башҡорт шағиры Мостай Кәримдең һәйкәле янында булды һәм уға сәскәләр һалды.  

«Мостай Кәрим кеүек беҙҙең совет яҙыусылары әйткән ҡиммәттәр әлеге ваҡыттағы кеүек дөйөм кешелек ҡиммәттәре, шул иҫәптән рух етешмәгән мәлдә айырыуса ныҡ кәрәк, — тип белдерҙе Аликбек Джекшенкулов. — Ҡырғыҙстанда Мостай Кәримде бөйөк шағир һәм Сыңғыҙ Айытматовтың ҙур дуҫы тип ҡабул итәләр».  
Церемония аҙағында илсе ҡырғыҙ сәйәсмәндәре һәм мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре быйыл көҙгөһөн Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыуға арналған байрам сараһында ҡатнашасаҡ тип белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1331167-posol-kirgizii-v-rossii-vozlozhil-tsvety-k-pamyatniku-mustaya-karima/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть