Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә бал ҡорттары ҡырылыуының сәбәбе асыҡланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«Лямбда-цигалотрин» һәм «Эсфенвалерат» тигән ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттары ҡырылыуына сәбәпсе булған.

«Башинформ» агентлығына Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов  хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында үлгән бал ҡорттары өлгөһөндә Һарытау ветеринария лабораторияһы белгестәре ошо инсектицидтарҙың эҙен тапҡан.

«Шул уҡ ваҡытта умартасыларға культураларҙы эшкәртеүгә тиклем биш көн алдан иҫкәртеү, ел булмаған төндә һиптереү һәм эшкәрткәндән һуң ике көн бал ҡорттарын ояһынан сығармау кеүек инструкцияларҙы үтәгәндә был дарыуҙар бал ҡорттары өсөн хәүефһеҙ. Ошоноң береһе лә, күрәһең, эшләнмәгән», — тип хәбәр итте Ришат Ҡотломәтов.

Дарыуҙар пиретроидтар класына ҡарай, үҫемлектәрҙә 20-30 көн һаҡлана. Бал ҡортоноң нерв-паралитик һәм эсәк органдарына тәьҫир итә ала. Аталған инсектицидтарҙың Ҡытайҙа етештерелеүе билдәле.

2011 йылғаса инсектицидар әйләнешен һәм ҡулланыуҙы контролдә тотоу Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт контролендә була. Шунан һуң вәкәләттәр Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә тапшырыла, әммә белгестәр баҫыуҙарға сыҡмай, улар аҙаҡҡы продуктта химикаттарҙың эҙҙәрен генә контролдә тота. Шулай уҡ ҡулланыуҙы Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә күҙәтәләр.

Быға тиклем республиканың 10 районында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр ителде.

Башҡортостанда 335,9 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, уларҙан ауыл хужалығы предприятиеларында – 9,6 мең, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында – 31,7 мең ғаилә, шәхси умартасылар 294,6 мең бал ҡорто ғаиләһе тота. Йыл һайын Башҡортостанда 12 мең тонна бал етештерелә.

http://www.bashinform.ru/news/1330904-stala-izvestna-prichina-gibeli-pchel-v-neskolkikh-rayonakh-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть