Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда көслө ел һөҙөмтәһендә 50-нән ашыу йорт һәм йорт-ҡаралтыһы зыян күргән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә 15 июлдә кисен көслө ел сәбәпле Яңауыл районының Мәсәғүт ауыл советы ҡарамағындағы Тау һәм Түбәнге Сат тораҡ пункттарында шәхси хужалыҡтарҙың ҡыйығы емерелеүе тураһында хәбәр килә.

Ваҡиға урынына «Башҡортостан буйынса Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 26-сы отряды» көстәре һәм саралары йүнәлтелә. Тауҙа һигеҙ йорттоң һәм 16 йорт-ҡаралтының ҡыйығы зыян күргән. Түбәнге Сатта 15 йорттоң һәм 20 йорт-ҡаралтыһының өлөшләтә ҡыйығы емерелгән. Күбеһенсә шифер биттәре ватылған.

«Һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Яңауыл районы ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комисияһының күсмә ултырышы үтте», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.

Хәл республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Мәсәғүт ауыл советы хакимиәте контролендә ҡала.

http://www.bashinform.ru/news/1330859-bashkirii-iz-za-silnogo-vetra-byli-povrezhdeny-kryshi-bolee-50-domov-i-nadvornykh-postroek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть