Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Нефтекама тураһында: Подъездарҙың бындай ремонты тулы баш-баштаҡлыҡ булып тора

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан етәксеһе Нефтекаманың ҡайһы бер күп фатирлы йорттары подъездарының ремонты барышы менән ҡәнәғәтһеҙ ҡалды. Радий Хәбиров Социалистик урамының 61-се йорто подъезын инеп ҡараны.

Был йортта йәшәүселәр «Инцидент» системаһы аша беҙҙә ремонт сифатһыҙ башҡарылды тип белдергән. Подрядсы —«Уралнефтьспецмонтаж» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подъездар ремонтлау буйынса эштәр 95%-ҡа тамамланды тигән. Ысынбарлыҡта иһә был мәғлүмәт ялған. Подъездарҙа бер нимә лә эшләнмәгән, стеналар тигеҙһеҙ һәм йәрәхәт менән янаған штукатурка менән ҡапланған, йүнләп буялмаған, бар ерҙә лә сымдар, кабелдәр сығып тора. Шул уҡ мәлдә һәр подъезд ремонтлауға 320 мең һум аҡса бүләнгән. Радий Хәбиров подрядсы ойошманың эште шулай ойошторғанына үҙ ризаһыҙлығын белдерҙе.

«Бындай ремонт баш-баштаҡлыҡ булып тора, мине һеҙҙең эшкә ҡарата мөнәсәбәт оҡшамай. Һеҙгә кешеләр алдында оят булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров. Ул һәр етешһеҙлекте төҙәтергә һәм подъездарҙы ремонтлауҙы республика программаһы талаптары буйынса эшләргә бойороҡ бирҙе. Төбәк башлығы был йорт халҡына ремонтты шәхси контролгә алам тип вәғәҙәләне.

Радий Фәрит улы Социалистик урамының ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә лә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Бында соҡор ремонты башҡарылды тип белдергәндәр. Ысынбарлыҡта иһә ремонт урындары күренмәй, балалар майҙансығы ла насар хәлдә.

Ошо уҡ урамдағы бер йорт ихатаһындағы майҙансыҡта ҡуйылған конструкцияларҙың боҙолоуы, ергә йомшаҡ япма түшәлмәгәне асыҡланды.  

Радий Хәбиров Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа бар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бойорҙо. Республика етәксеһе әйтеүенсә төҙөкләндереү комплекслы барырға һәм кешеләргә уңайлы ихата биләмәләре тапшырылырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1330832-radiy-khabirov-v-neftekamske-takoy-remont-podezdov-eto-polnoe-bezobrazie/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть