Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Урал Килсенбаев БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп Урал Килсенбаев тәғәйенләнде. Бының туралағы ҡарарға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы тип хәбәр итә төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә.

Урал Таһир улы Килсенбаев 1982 йылдың 1 июлендә Күгәрсен районының 2-се Юлдыбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

2004 йылдан БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес булараҡ эш башлаған.  

2007–2009 йылдарҙа – БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы.  

2009–2011 йылдарҙа – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек начальнигы.

2011–2012 йылдарҙа – БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы.  

2012–2015 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе.

2015–2018 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы.  

2018–2019 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы.

http://www.bashinform.ru/news/1330730-ural-kilsenbaev-naznachen-zamestitelem-rukovoditelya-administratsii-glavy-bashkortostana-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть