Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Әмзә халҡы барактарҙан күсергә тейеш йорттарҙы ҡараны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Әмзә ауылында барак тибындағы авариялы йорттарҙан күсерелергә тейеш һигеҙ йортта һаман да бер кем дә йәшәмәй. Сәбәбе – 66 кеше был торлаҡ йәшәргә яраҡһыҙ тип бара. Төбәк етәксеһе ике буш фатирҙы инеп тикшерҙе.

Радий Хәбиров кешеләр менән аралашҡанда махсус ведомство-ара комитет булдырырға әмер бирермен, ул барлыҡ етешһеҙлектәрҙе асыҡлаясаҡ һәм бөтөрәсәк тип белдерҙе. Башлыҡ фекеренсә, авариялы йорттарҙа йәки барактарҙа йәшәгәнсе, тейешлесә ремонтланған яңы өйҙәргә күсеү ҡулайлыраҡ.

Радий Хәбиров сентябрь аҙағында тағы ла Әмзәгә килергә һәм йорттарҙа ремонт эштәре нисек башҡарылғанын тикшерергә вәғәҙәләне.

Ауылда авария хәлендәге йорттарҙан күсенеү бер нисә йыл дауамында проблема булып килә. 2013 йылда Әмзәлә өс ай эсендә туғыҙ йыйылма-щитлы өй төҙөлгән. Тик кешеләр уларға күсеүҙән баш тартҡан һәм был «картон» йорттарҙа йәшәгәнсе иҫке барактарҙа торабыҙ тигән. Алты йыл дауамында халыҡ, төҙөүсе компания һәм ҡала хакимиәте араһында суд булды. Һөҙөмтәлә суд был йорттарҙы йәшәргә яраҡһыҙ тип тапты, Нефтекама хакимиәте 90 миллион һумлыҡ кредит алып ике яңы күп фатирлы йорт төҙөргә мәжбүр булды.

http://www.bashinform.ru/news/1330700-radiy-khabirov-osmotrel-doma-postroennye-dlya-pereseleniya-zhiteley-amzi-iz-barakov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть