Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда йорт хайуандары өсөн «өс йондоҙло» дәүләт отеле асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

15 июлдә Стәрлетамаҡта республикала беренсе дәүләт «Зоодом» зооҡунаҡханаһы үҙ ишектәрен асты. «Өс йондоҙло» отелдә йорт хайуандары өсөн 12 стандарт, өс люкс һәм ике ярым люкс номерҙар бар. Ҡунаҡханала үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар хайуандарҙы ашата, тышҡа сығарып алып йөрөтә, һаулыҡтары торошон һәм таҙалыҡты күҙәтә. Хужалар иһә эт-бесәйҙәрен видеокамера аша онлайнда күҙәтә ала.

БР Ветеринария идаралығы Азат Йыһаншин, зооҡунаҡхананы асыу идеяһы Рәсәй субъекттары буйлап эш сәфәре менән йөрөгәндә килде тип белдерҙе.

«Коллегаларҙың эше менән танышҡанда зоойорттар нисек булырға тейеш тигән аныҡ билдәләмә барлыҡҡа килде. Республика халҡы өсөн был бик кәрәк, сөнки күптәр ялға йәки сәфәргә сыҡҡанда дүрт аяҡлы дуҫтарын ҡайҙа итергә белмәй», — тине ведомство етәксеһе.

  

Был идеяны Иншар Ғөбәйҙуллин етәкселегендәге Стәрлетамаҡ район-ара ветеринар станция дәррәү ҡабул итте. Ветстанция ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йорт хайуандарын ваҡытлыса көтөү өсөн бар шарттарҙы булдырҙы. Ҡунаҡхана янында клиника урынлашҡан һәм ул тейешлесә йыһазландырылған. Унда хайуандарға вакцинация, диспансер тикшереүе, быуаҙ мәлдәрендә күҙәтеү, аҫрау буйынса кәңәштәр биреү, электрон чиплау, УЗИ үткәреү, амбулатор процедуралар, интенсив терапия, хирургия, ветеринария документтары эшләү кеүек хеҙмәттәр ҡаралған.

Бында һәр дүрт аяҡлы дуҫҡа яҡшы мөғәләмә булдырылған, тип хәбәр итә БР Ветеринария идаралығы.

  

http://www.bashinform.ru/news/1330638-v-bashkirii-otkrylsya-gosudarstvennyy-trekhzvezdochnyy-otel-dlya-zhivotnykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть