Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

Әмзә урман комбинаты эшселәренә эш хаҡы буйынса бурыс август айы аҙағына тиклем түләнәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нефтекамала йөрөй.

Тәүҙә ул Әмзә ауылына барҙы һәм ундағы урман комбинаты эшселәре Радий Фәрит улынан эш хаҡы буйынса бурыс һорауын хәл итергә һораны. Бөгөнгә предприятие үҙенең 200 хеҙмәткәренә 21,6 миллион һум эш хаҡы түләргә тейеш. Радий Хәбиров «Башҡорт урман эшкәртеү заводтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Василий Маловичко менән һөйләшкәндә август айы аҙағына тиклем Әмзә урман комбинаты эшселәренә эш хаҡы буйынса барлыҡ бурыстарҙы түләргә ҡушты. Маловичко, үҙ сиратында, компания предприятиены көрсөк хәленән сығарыу юлдарын эҙләй, өмөтлө инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр үткәрелде тип белдерҙе.    

Башҡортостан етәксеһе үҙ телмәрендә республика комбинатҡа ярҙам итергә әҙер, Төбәк фонды аша ҡорамалдар ҡайтара алабыҙ тине. Тик был осраҡта компания етәкселеге һәм конкурс идарасылары яғынан аныҡ тәҡдимдәр кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1330636-do-kontsa-avgusta-vse-dolgi-po-zarplate-rabochim-amzinskogo-lesokombinata-budut-vyplacheny/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть