Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Төбәктә эшһеҙлек буйынса пособие артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме июндә 7 005 һум, йәғни эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 69,5% тәшкил иткән.

Сағыштырыу өсөн: ағымдағы йылдың май айында республика эшһеҙҙәре уртаса 6 428 һум алған.

«Июндә төбәктә эшһеҙлек буйынса минималь күләмдә пособие алыусылар 22,8% тәшкил иткән, максималь — 41,1%»,— тип «Башинформ» агентлығына Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Министрлыҡтың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны Халыҡ-ара хеҙмәтте йоштороу стандарттарына ярашлы 89 мең кеше тәшкил итә. Уларҙан 21 меңдән күберәге – рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр.

Республикала иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбе, быйыл февраль-апрелдә уртаса эш көсөн һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 1,9 миллион кешенән артып китә.

http://www.bashinform.ru/news/1330451-v-bashkirii-vyroslo-posobie-po-bezrabotitse/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть