Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Таиланд менән ҡала хужалығын һанлаштырыу проекты буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Нефть-газ, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ҡала хужалығын һәм мәғарифты һанлаштырыу өлкәһендә проекттар Өфөлә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Таиланд Короллеге Ғали йәнәптәре Мом Луанг Раджадарасри Джаянкура етәкләгән эшлекле даирәләр делегацияһы менән осрашыу барышында тәҡдим ителде.

«Бөтә проекттар ҙа беҙгә ҡыҙыҡлы һәм беҙ, атап әйткәндә, спорт йүнәлешле халыҡ-ара мәктәп асыу буйынса уртаҡ эште башларға әҙер. Шулай уҡ «Аҡыллы ҡала» проекты мөмкинлектәрен һәм ир өҫтө метроһын өйрәнергә әҙербеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Абдрахимовҡа ҡаралған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөмдө етәкләргә ҡушты. Ул шулай уҡ Таиландтан йәш спортсыларҙы Башҡортостанда үткән йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы. Бангкок командаһы 27 миҙал яуланы, ҡатнашыусы ҡалалар араһында иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп һәм Өфө командаһын бер наградаға уҙып.

  Ғали йәнәптәре, үҙ сиратында, Башҡортостанда күргәндән ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Төбәк етәксеһе республика менән Таиланд араһында тауар әйләнешенең 2018 йылда өс тапҡырға – 7,4 миллион долларға тиклем артыуын, әммә уны артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1330435-bashkiriya-namerena-sotrudnichat-s-tailandom-po-proektu-tsifrovizatsii-gorodskogo-khozyaystva-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть